

Кисә, 12 август кисендә Воронеж үҙәгендә пассажир автобусында шартлау була. Шаһиттар һүҙҙәренә ҡарағанда, шартлау бик көслө булған: автобустың ҡыйығы осҡан,тәҙрәләре һәм ишектәре ватылған. Салонда булған 35 кешенең 18-е зыян күргән. Воронеж өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау департаменты хәбәр итеүенсә, ике кеше реанимацияға эләгән. Аяғы өҙөлгән бер ҡатын шунда йән бирә. Тағы ла 11 кеше дауаханаға оҙатылған.
Яҡынса фараздар буйынса, автобуста газ ҡоролмаһы шартлаған. Әммә уға газ ҡоролмаһы урынлаштырылмаға булған. Тикшереү бара.