Новости
13 Августа 2021, 10:30

Айыуҙар малдарға һөжүм итә

Ғәҙәттә, ҡырағай йәнлектәр көҙ башында аҙыҡ хәстәрләй, "май йыя".

Добавить в предпочтительные источники Google
Айыуҙар малдарға һөжүм итәАйыуҙар малдарға һөжүм итә
Айыуҙар малдарға һөжүм итә

Мәләүез районында айыуҙарҙың күҙгә күренеп кенә йөрөү түгел, мал-тыуарға һөжүм итеүе ишетелә башланы. Нөгөш, Әбет, Первомай ауыл биләмәләрендә был төр хайуандар үҙенең хакимлығын күрһәтә. Һуңғы осор Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән яҡтарында урман яныуы ла ҡырағай йәнлектәрҙең беҙҙең яҡҡа ҡасыуына сәбәптер. Әле, ысын булһа, Бельский ауылында үгеҙҙе йыҡҡан тип яҙа урындағы халыҡ. Шуға күрә малды иркендә йөрөтмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә һаҡланығыҙ.

(Көнгәктән).

Автор:Альмира Аюпова