Новости
14 Августа 2021, 04:25

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, физик культура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр!

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Спорт – ул сәләмәтлек сығанағы. Ул кешеләргә көс һәм күтәренке кәйеф бирә, характерҙы нығыта һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Бөгөн йәштәрҙең күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Улар төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙҙың данын яҡлап, уңышлы сығыш яһайҙар, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Беҙ спортсыларыбыҙҙың уңыштарына ихлас ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Улар артабан да һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

Байрам айҡанлы Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ғаиләләрегеҙгә именлек, яңынан-яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас