

Тверь ҡалаһында йәшәгән инженер шундай мутлашыусылар ҡорбаны булған.
Бер көндө картаһына 45 мең һум аҡса төшә. Ир яңлыш күскән аҡсаны кире ҡайтарырға уйлай, әммә ебәреүсенең реквизиттары күренмәй. Ир аптыранып, улай-былай иткәнсе, 1 аҙна ваҡыт үтеп китә. Шул саҡ уға икенсе ҡаланан микрофинанслау ойошмаһы вәкиле бәйләнешкә сығып, займын түләүен үтенә. Баҡтиһәң, был займ көн дә 3 процентҡа артып тора икнә. Инженерҙың 1 аҙнала йыйылған "бурысын" Ростов өлкәһендәге коллекторҙар "һатып ала"... Ир саҡ-саҡ түләп, ҡотола.
Бындай осраҡҡа тарый ҡалһағыҙ, юристың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Беренсенән, картағыҙға аңлашылмаған аҡса күсә икән, банкка барып, яңылыш перевод тураһында ғариза яҙығыҙ. Банктан аҡса күсереүсе хаҡында мәғлүмәтте һорағыҙ. Әгәр аҡса микрофинанс ойошмаһынан икән, бер ниндәй ҙә килешеү төҙөмәүегеҙ хаҡында бәйән итеп, Үҙәк банкка ғариза яҙығыҙ. Белгес әйтеүенсә, банк клиенттың ғаризаһы буйынса, аҡсаны ҡайтарыу менән шөғөлләнергә тейеш.
Алданмағыҙ! "Баш сыр"ҙың ҙур бәләгә әйләнеүе мөмкинлеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ!