

Бөгөн Төркиәлә Рәсәй Оборона министрлығының янғын һүндерә торған самолеты һәләкәткә осраған.
Шаһиттар "Бе-200" самолетының янғын усағына һыу һибергә яҡынлашҡанда килеп төшөүен видеоға төшөрөп алған. Кадрҙарҙа күренеүенсә, самолет бейеклеген кәметә, унан күренмәй башлай, бер нисә секундтан тау артынан төтөн бағанаһы күренә.
Яҡынса фараздар буйынса, Төркиә был самолетты урман янғындарын һүндереү өсөн арендаға алған булған. Ул Мугла провинцияһында янғын һүндерә. Һыу алғас, тейешле бейеклекте йыя алмай, ҡаяға бәрелә...
Бортта һигеҙ кеше: Рәсәйҙән биш хәрби хеҙмәткәр һәм Төркиәнән өс вәкил була. Төркиә матбуғат саралары иҫән ҡалыусылар юҡ, тип хәбәр итә.
Рәсәй Оборона министрлығы комиссияһы фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өсөн Төркиәгә йүнәлгә.