

Һуңғы арала үҙе ғүмер биргән балаһына ҡарата мәрхәмәтһеҙ ҡыланған әсәйҙәр тураһында йыш ишетелә. Кисә генә өс айлыҡ балаһын эскәмйәлә ҡалдырып китеүҙәре тураһында яҙғайныҡ. Ҡатынды тотҡандар, ул 26 йәшлек йәшлек Ҡырғыҙ Республикаһы гражданкаһы булып сыҡҡан.
Шулай уҡ Мәскәүҙә 1 айлыҡ ҡыҙ баланың полиэтилен тоҡсайға һалынған кәүҙәһен сүп-сар багында тапҡайнылар. Кисә әсә булған кешенең эҙенә төшкәндәр - ул 41 йәшлек ҡатын булып сыҡты.
Һамар ҡалаһында бер әсә үҙенең 3 йәшлек һәм 8 айлыҡ балаларын фатирҙа ҡалдырып, дүрт көнгә юғала. "Хәстәрлекле әсәй" сабыйы ҡолап төшмәһен тип, коляскаға бәйләп ултырта. Дүрт көндән әйләнеп ҡайтыуына бәләкәс улы йән биргән була. Ул аслыҡтан һәм һыуһыҙлыҡтан вафат булған, ти белгестәр.
Был әсәләрҙең барыһын да яуаплылыҡ көтә.