+16 °С
Облачно


Синоптиктар фаразлауынса, республикала августың икенсе яртыһында уртаса тәүлек һауа температураһы норманан 4-5 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Август уртаһында Башҡортостанда һауа температураһы +33 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.
Һауа торошон антициклондар билдәләй, ә улар иһә әлегә яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Хәҙерге ваҡытта республикала яуым-төшөмдәр айлыҡ норманан 9 процент ҡына булған.