Новости
15 Августа 2021, 07:10

Ике ҡыҙ юғалаған

Апалы-һылыулы ике ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Ике ҡыҙ юғалағанИке ҡыҙ юғалаған
Ике ҡыҙ юғалаған

Башҡортостанда апалы-һылыулы ике ҡыҙҙы эҙләйҙәр. 15 йәшлек Анжела Тойкиева һәм 13 йәшлек Диана Тойкиева Мишкә ауылында 14 августа юғалған һәм әлегә тиклем улар хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ҡыҙҙарҙың юғалыуы тураһында полицияға әсәйҙәре хәбәр иткән. Туғандары, ҡыҙҙар Бөрө ҡалаһындағы мыртыйҙары Артем тәрбиәләнгән приютҡа юлланыуҙары мөмкин, тип уйлай.

Уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында нимәлер белеүселәрҙән «Лиза Алерт» хәрәкәтенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар, телефон: 8 800 700 54 52.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас