

Миләш сәйе
Аҙ ҡанлылыҡтан 1 -2 балғалаҡ миләште ике стакан ҡайнаған һыуға һалып, сәй итеп эсергә кәрәк. Эстәге ҡом-ташты иретә, ҡан әйләнешен дә яҡшырта.
Тымау тейһә
Бәләкәй генә быяла банкаға яртылаш ҡайын бөрөләрен тултырырға ла, быяла тулғансы үҫемлек майы ҡойоп, 7-9 көнгә ҡараңғы урынға ултыртырға. Шул төнәтмәне 1-2 тамсы танауға тамыҙырға. Өйөгөҙҙә бындай төнәтмә гел булһын, эшләүе лә, ҡулланыуы ла еңел.
Тәмәкесегә бер кәңәш
Йылға ҡыҫалаһын киптереп, порошок рәүешенә килтерәһең һәм тәмәкегә ҡушып тартаһың. Шунан һуң тәмәкегә әйләнеп тә ҡарамайһың.
Эс таҙартыу
Бөтәбеҙ ҙә тышҡы яҡтан үҙебеҙҙе тәртипкә килтерәбеҙ, ә бына эске ағзаларҙы онотабыҙ. Уларҙы көн дә иртән йыуырға кәрәклеге иҫтән сыға. Ябай ғына бер ысул: иртән ашарҙан алда бер стакан ҡайнаған йәки йылы һыу эсергә кәрәк. Һыу эстәге май, тоҙ ултырмаларын йыуып төшөрә.
Һеләгәй күп аҡһа
Төкөрөк биҙҙәренең эше боҙолһа, һеләгәй күп аға башлай. Быны бөтөрөү өсөн бер балғалаҡ лимон һутын бер стакан һалҡын һыуға ҡушып болғатырға. Шуны ауыҙға ҡабып, йылынғансы тоторға һәм төкөрөргә. Көнөнә 4-5 мәртәбә эшләргә. 2-3 көндән биҙҙәр яҡшы эшләй башлар.
Йөрәкте лә "ашатайыҡ"
Күпме ризыҡ ашайбыҙ, файҙаһы тураһында һөйләйбеҙ. Ә бына йөрәкте "ашатыу" тураһында белмәйбеҙ. Кипкән гөлйемеште, ҡыҙыл миләште, баланды, йөҙөмдө, күрәгәне икешәр ҡалаҡ алырға ла, 1 литр ҡайнар һыуҙа бешерергә һәм төнгөлөккә термоста ҡалдырырға. Иртәгеһен башҡа эсемлектәр урынына ошо төнәтмәне эсергә. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла яһап әсегеҙ.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.