



Бөгөн Өфө ҡалаһында республика Башлығы Радий Хәбиров менән UWW президенты Ненад Лалович юниорҙар араһындағы донъя беренселегенә килгән абруйлы ҡунаҡтар менән Өфөнөң "Яркий" микрорайонындағы 162-се «Смарт» күп профилле полилингваль мәктәбендә булды. Улар “Республика мәктәптәренә көрәш” программаһы буйынса эшләгән физкультура уҡытыусыларының семинарында ҡатнашты.
Ошонда уҡ "Ауыл тренеры" республика программаһы сиктәрендә дүрт уҡытыусыға 600 мең һумға сертификат тапшырҙы. Был - ер, торлаҡ, йә автомобиль һатып алыуға йәки белем алыуға тотонорға мөмкин булған, ауылда эшләгән физкультура уҡытыусылары өсөн тәғәйен ярҙамды алыусыларҙың икәүһе беҙҙең райондаш булыуы һөйөндөрә!
Үрге Муйнаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәфис Хәлит улы Ғайсин менән Иҙелбәк мәктәбе уҡытыусыһы Динис Барис улы Дәүләтбәковты ҡотлайбыҙ!