Новости
17 Августа 2021, 14:52

Бумеранг законы: сират үҙенә еткән

17 йәшлек ҡыҙ өләсәһен ҡыуып сығарған

Добавить в предпочтительные источники Google
Бумеранг законы: сират үҙенә еткәнБумеранг законы: сират үҙенә еткән
Бумеранг законы: сират үҙенә еткән

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә булған был хәл. 17 йәшлек ҡыҙ бала инвалид коляскаһында ултырған өләсәһен подъезға ҡыуып сығарған. Бисара көнө-төнө шунда ултыра, бөтә хәжәте лә шунда башҡарыла. Подъезда түҙеп булмаҫлыҡ еҫ, тиҙәр. Күршеләре мөмкин тиклем ярҙам итә, ашарға сығара, кейем бирә.

Ейәнсәрҙең аҡылы зыян килгән, тиҙәр. Баҡһаң ул психиатрҙа ла, полицияла ла иҫәптә тора икән. Ейәнсәрҙе, әсәһе ситкә сығып китеү сәбәпле, ошо өләсәй тәрбиәләгән. Әсә кешенең ун йыллап ҡайтып күренгәне юҡ иәкн.

Ҡасандыр ҡыҙ өләсәһе менән ошолай итеп ҡартатаһын подъезға ҡыуып сығарған булған. Ул ваҡыт бабайҙы приютҡа урынлаштырыу мөмкин булған. Күрәһең, сират әбейҙең үҙенә еткән...

Фото: bashnews.ru

Автор:Альмира Аюпова