+14 °С
Облачно


Республикала алдағы көндәрҙә 38 градустан эҫе көндәр көтөлә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: эҫе көндә бикле машинала бер йән эйәһен дә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Был үлтереү менән бер!
Эҫе машинала ултырыу организмда һыу етмәүгә, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре киҫкенләшеүенә килтерә. Кешене ҡояш һәм эҫе һуға. Һаҡ булығыҙ!