

Тыуған йорто янында башланған сарала яугирҙең әсәһе, бер ҡыҙы ҡатнашты. Район ветерандары советы рәйесе Нәзирә Кәримова афған яугире Заһир Уразаҡов менән чечен һуғышы ветераны Самат Рамаҙановҡа - миҙал, "Бөркөт" ойошмаһы рәйесе Батыр Күсәрбаев Нәзирә апайға - Рәхмәт хаты, Ринат Булатасовҡа шулай уҡ Рәхмәт хаты менән танытма тапшырҙы.
Артабан хәрби хәрәкәттәр ветерандары зыяратҡа юлланды. 2019 йылда вафат булған Төхвәтуллин Лионарт Вил улының ҡәберенә военкомат ярҙамы менән яңыраҡ таш ҡуйылған булған. Әле яуҙаштары (етәкселәре Мәжит Татлыбаев) аҡса йыйып, уның ҡәберенә кәртәләү эшләткән. Бөгөн ана шул кәртәләүҙе урынлаштырҙылар.
Артабан ветерандар Бикбау мәктәбендә әҙерләнгән табын артында хәтирәләргә бирелде, Лионарт Вил улын иҫкә алды.