Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2021, 12:45

БАШҠОРТОСТАНДА ЯҢЫ СИКЛӘҮҘӘР

Ул туғыҙ, шул иҫәптән беҙҙең районға ла ҡағыла.

БАШҠОРТОСТАНДА ЯҢЫ СИКЛӘҮҘӘР
БАШҠОРТОСТАНДА ЯҢЫ СИКЛӘҮҘӘР

Йыл башынан булған янғындарҙың 102 осрағында кеше ғәйепле, шул иҫәптән 14–16 августа теркәлгән усаҡтарҙың 13-ө халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыҡҡан.

Юғары класлы янғын хәүефенең артыуы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында, 16 августан 5 сентябргә тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында граждандарға урманға инеү һәм техника менән барыу тыйыла. Был талаптарҙың үтәлешен контролдә тотоу маҡсатында ведомство-ара патруллек ойошторола.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡтан урманға сығыуҙан һәм техника менән барыуҙан тыйылып торорға саҡыра.

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Уға ярашлы, граждандарға – 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем, ойошмаларға 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: