Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2021, 18:19

Дистанцион уҡыуға күсәләр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына

Дистанцион уҡыуға күсәләр
Дистанцион уҡыуға күсәләр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына мәктәптәрҙә уҡыған хроник сирле балаларҙы ваҡытлыса дистанцион уҡыуға күсереп тороу юлдарын ҡарарға тәҡдим итте. Әлбиттә, балалар өйҙә уҡытыуға ата-әсә рөхсәте менән генә  күсереләсәк.

—Быйыл 1 сентябрҙә 500 меңгә яҡын балаға мәктәптәр үҙ  ишектәрен асасаҡ. Уларҙың 58 меңе тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫасаҡ - 1-се класс уҡыусылары.  Санитар-эпидемиологик хәлгә килгәндә дөйөм мәктәп менән дистанцияла уҡыуға күсеүгә нигеҙ юҡ. Тик коронавирус  ауырыуы бик зәһәр, беҙгә төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк, -тине республика башлығы.

1 сентябрҙә һәр мәктәптә байрам линейкалары асыҡ һауала ғәҙәттәгесә үтәсәк. Бында байрам сараһын бер нисә блокка бүлеп үткәрергә ҡарар ителде. Бер блокта ҡатнашыусылар һаны 200-ҙән артмаҫҡа тейеш. Ата-әсәләрҙән битлектәре булғандар, бар санитар нормаларҙы үтәгәндәр генә индерелә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: