Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2021, 16:03

Ике сабыйға ҡотҡарыусы ярҙамы талап ителгән

Ата-әсәйҙәргә иғтибарлы булыу кәрәк.

Ике сабыйға ҡотҡарыусы ярҙамы талап ителгән
Ике сабыйға ҡотҡарыусы ярҙамы талап ителгән

Өфөнөң граждандар һағы идаралығы ошо хаҡта бәйән итә:

Беренсе осраҡта - 6 айлыҡ ҡыҙ бала "погремушка" менән уйнағанда баш бармағы уйынсыҡҡа ҡыҫыла. Ата-әсә бармаҡты бер нисек тә сығара алмағас, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Улар уйынсыҡтың пластмасса элементтарын "тешләп", сабыйҙың бармағын азат итә. Ҡыҙыҡайға медицина ярҙамы талап ителмәй.

Икенсе осраҡта иһә бәләгә 5 айлыҡ малай тарый. Уның башы ағас балалар карауатының таяҡтары араһына ҡыҫыла. Туғандары ярҙам итә алмағас, шулай уҡ ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Улар баланы азат итә. Малайға шулай уҡ медицина ярҙамы талап ителмәй.

  Ата-әсәләр, зинһар сабыйҙарығыҙға, шулай уҡ уларға һатып алған әйберҙәргә лә иғтибарлы булығыҙ. Шулай уҡ кескәйҙәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Ҙур бәләнән һаҡ булайыҡ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: