+24 °С
Болотло
Юлдарҙағы административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған фотофиксациялау үҙәге бүлеген етәкләгән 35 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ул, 2018 йылда, әйтеп үтелгән подразделениеның өлкән инспекторы булараҡ, административ хоҡуҡ боҙоу сәбәпле, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәргә "права"лы булырға ярҙам иткән. Әлбиттә, был осраҡта һуңғылары суд ҡарарын үтәмәгән, ҡабаттан имтихан да тапшырмаған. Бындай "ярҙам" өсөн инспектор 12-24 мең һум алған.
Был енәйәт схемаһын Республиканың тәфтиш комитеты һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған. Әле ришәүәтсе ҡулға алынған, уның эшенә ҡыҫылышы булған шәхестәр асыҡлана.
Сығанаҡ: "Республика Башкортостан".