

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығының 2022 йылдың 14 июнендәге 1/3401-се күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостанда, шул иҫәптән Ейәнсура районында ла 22 июндән 28 июнгә тиклем “Бурыслы” шартлы исеме аҫтында комплекслы иҫкәртеү сараһы үтә. Суд приставтарының федераль хеҙмәте менән берлектә үткән сараға йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәттәре лә йәлеп ителә.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 32.2-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылыусы штрафын административ штраф һалыныуы тураһындағы ҡарар көсөнә ингәндән, йәки кисектерелеү, бүлеп түләү ваҡыты тамамланғандан алып 60 көн эсендә түләргә тейеш. Кире осраҡта уға Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.25-се, йәғни “Административ яуаплылыҡты үтәүҙән ҡасыу” статьяһының 1-се часына ярашлы, түләнмәгән административ штраф суммаһы икеләтә, әммә 1000 һумдан да кәм булмаған, штраф һалына. Шулай уҡ 15 тәүлеккә тиклем административ арест йәки 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эш ҡаралған.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, администаратив яуаплылыҡҡа тарттырылып, штрафын түләмәй йөрөгән райондаштарға мөрәжәғәт итәм: штраф санкцияларын үҙ иркегеҙ менән түләгеҙ һәм был хаҡта уны һалған вазифалы кешене иҫкәртегеҙ.
А. Солтанбаева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса өлкән инспекторы.