Новости
5 Ноябрь 2022, 04:31

Иҫәнғолда шәхси йортта янғын сыҡҡан

Бөгөн, таң алдынан, ашығыс хеҙмәттәр телефоны, Иҫәнғол ауылының Ильясов урамында урынлашҡан шәхси йортта янғын сыҡҡан тигән шылтыратыу ҡабул итә. 

Иҫәнғолда шәхси йортта янғын сыҡҡанИҫәнғолда шәхси йортта янғын сыҡҡан
Иҫәнғолда шәхси йортта янғын сыҡҡан

Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Әлеге ваҡытта янғындың сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Айырыуса ҡышҡы осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ.

«Граждандарҙы ҡышҡы осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар менән ҡулланмаҫҡа өндәйбеҙ. Тәмәке тартмаҫҡа, иҫкергән электр сымдарҙы алыштырырға кәңәш итәбеҙ. Бынан тыш мейестәргә иғтибар итеп, уны ваҡытында ремонтлағыҙ", - тип граждандарға мөрәжәғәт итә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас