Новости
12 Ноябрь 2022, 09:29

«Яугирҙар аҙаҡҡаса көрәшергә әҙер» ВИДЕО

Луганск халыҡ республикаһына СВО-ға мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам һәм табиптар барып еткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында хәбәр итәләр.



Урында эшләгән республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе — министр Азамат Абдрахманов хәрбиҙәргә бушлаттар, аяҡ кейемдәре, бирсәткә, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып барған. Ике табип һәм ике шәфҡәт туташы егеттәрҙе дауалай.

«Беҙ егеттәргә кәрәкле бик күп дарыу алып килдек. Миңә егеттәрҙең намыҫ менән хәрби бурысын үтәүе һәм аҙаҡҡаса көрәшергә әҙер булыуы хаҡында һөйләнеләр», — ти Азамат Абдрахманов.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас