Новости
25 Ноябрь 2022, 05:29

Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Махсус хәрби операцияла райондашыбыҙ Альберт Юнир улы Шакуровтың ғүмере өҙөлдө. Яугирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Яугирҙе һуңғы юлға оҙатыу иртәгә, 26 ноябрҙә, Абзан ауыл мәҙәниәт йортонда, сәғ. 13.00-дә.

Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...
Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Рядовой Шакуров Альберт Юнир улы 1998 йылдың 16 апрелендә Ейәнсура районы Малиновка ауылында тыуған. Салауат ҡалаһында 9-сы класты тамамлағас, шул ҡалала уҡ колледжда белем алған. 

2016 йылдың 27 ноябрендә әрмегә саҡырыла. Механик-водитель булып хеҙмәт итә. Ҡайтҡас Салауат ҡалаһында эшләй. Уны тыныс холоҡло, дисциплиналы, тәртипле булараҡ ҡылыҡһырлайҙар.

Альберт Юнир улының Украинала, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында барған хәрби операцияла хәрби бурыс үтәгәндә ғүмере өҙөлә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас