“Һабантуй – 2023” халыҡ һәм спорт уйындары программаһы
- Ат спорты өс уҙышта үтә:
- ҡатнаш тоҡомло аттар – 3 әйләнә (3,6 км);
- тик эш аттары ғына – 2 әйләнә (2,4 км, ябыҡ уҙыш);
- таҙа тоҡомло аттар – 2 әйләнә (2,4 км).
Ҡатнашыусыларҙы теркәү – сәғ. 8-ҙә, ярыш 12-лә башлана.
- Милли көрәш. Үлсәнеү – сәғ. 09.30-ҙа, ярыш 12-лә башлана. 18 йәш һәм унан өлкән ир-егеттәр – 65, 75, 85 кг-ға тиклем һәм 85 кг-нан юғарыраҡ; 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр – 30кг, 40 кг, 50 кг, 60 кг һәм 60 кг-нан юғарыраҡ; ҡатын-ҡыҙҙар 45 йәшкә тиклем һәм 45 кг-нан юғары ауырлыҡ категорияларында.
- Гер спорты. Үлсәнеү – сәғ. 09.30-ҙа, ярыш 12.30-ҙа башлана. 18 йәш һәм унан өлкән ир-егеттәр (60, 70, 80 кг-ға тиклем һәм 80 кг-нан юғарыраҡ ауырлыҡ категориялары) – 24 кг ауырлыҡтағы герҙәр;18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр (40 кг, 50кг, 60 кг һәм 60 кг-нан юғарыраҡ ауырлыҡ категориялары), 16 кг ауырлыҡтағы герҙәр; Ҡыҙҙар, ҡатындар (50, 60 кг-ға тиклем һәм 60 кг-нан юғарыраҡ ауырлыҡ категориялары), 12 кг ауырлыҡтағы герҙәр.
- Армспорт. Үлсәнеү – сәғ. 09.30-ҙа, ярыш 12.30-ҙа башлана.
Ир-егеттәр – 60, 70, 80 кг-ға тиклем һәм 80 кг-нан юғарыраҡ ауырлыҡ категориялары;
Ҡатын-ҡыҙҙар – 50 кг-ға тиклемге һәм унан юғары ауырлыҡ категориялары.
- Волейбол (ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар) – сәғ. 12-лә.
- Футбол – сәғ. 10-да.
Һыбайлылар көрәше, 100 м, 500 м, 1000 метрға йүгереү оҙонлоҡҡа һикереү, шахмат-шашка, бура һуғыу спорты, дротиктар елләү, мас-рестлинг, уҡтан атыу, батырҙар эстафетаһы һәм халыҡ уйындары – башлана сәғ. 12:30-ҙа.
Ярыштарҙа ҡатнашыусыларға мотлаҡ:
– ҡатнашыусы карточкаһын тултырырға;
– ярыштар үткән ерҙә медицина тикшереүе үтергә (күсмә медпункт сәғәт 8-ҙән эшләй);
– үҙең менән паспорт һәм ИНН алырға;
– баш судьяларҙа ярыш төрҙәре буйынса хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үтергә КӘРӘК.
Карточкаһыҙ һәм медицина тикшереүе булмаған ҡатнашыусылар ат уҙышы, һыбайлылар көрәше, һелкенеп тороусы бум буйлап йөрөү, вертикаль бағанаға менеү кеүек ярыштарға индерелмәй.
Ойоштороу комитеты.