Новости
14 Декабрь 2023, 05:18

1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы артасаҡ?

.

1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы артасаҡ?1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы артасаҡ?
1 ғинуарҙан кемдәрҙең пенсияһы артасаҡ?

Башҡортостандың Социаль фондында 1 ғинуарҙан  кемдең пенсияһы арттырыуы хаҡында һөйләнеләр.

Ведомствола аңлатыуҙарынса, яңы йыл индексацияһы эшләмәгән граждандарҙың страховка пенсияларына ҡағыла. Түләүҙәр 7,5 процентҡа артасаҡ.

Шулай уҡ билдәләнгән түләү арттырыласаҡ, 1 ғинуарҙан ул 8134 һум тәшкил итәсәк. Һәм страховка пенсияһының йомғаҡлау суммаһына ингән шәхси пенсия коэффициенты ла артасаҡ -  ул 133,05 һумға тиклем үҫәсәк.

Үткән йылдарҙағы кеүек, граждандарҙың уңайлылығы өсөн индексация автоматик рәүештә башҡарыласаҡ, Социаль Фондҡа мөрәжәғәт итеү талап ителмәйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, страховка пенсияһы ҡартлыҡ, инвалидлыҡ йәки ҡараусыһын юғалтыу айҡанлы тәғәйенләнә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2024 йылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн индексациянан һуң пенсияның уртаса күләме 7,5 процентҡа 23 405 һум тәшкил итеүе ихтимал.

 

 

 

Автор:
Читайте нас