Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель , 17:50

Юлдағылар юлда булһын өсөн

Юлсылар ҡыш көнө ҡар һәм юлдарҙағы боҙ менән көрәште, әлеге ваҡытта улар өсөн тағы ла яуаплы мәл, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыу осоро етте. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, соҡорҙарҙы ямау – ул юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сара.

Юлдағылар юлда булһын өсөн
Юлдағылар юлда булһын өсөн

 

Ҡар иреп, юлдар әрселеү менән автомобилистәр өсөн “соҡорҙо урап үт” тигән темаға квест уйындары башланды, тиһәм дә хата булмаҫ. Әйтергә кәрәк, быйылғы ғәҙәти булмаған ҡыш та юл ҡатламдарының насарланыуына килтергәндер, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән төндә -30 градус булып та, көндөҙ ямғыр яуған ваҡыттар булды. Һауа температураһының тотороҡһоҙ булыуы асфальт ҡатламында ярыҡтар һәм ҙур соҡорҙарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте. Юлсылар ҡыш көнө ҡар һәм юлдарҙағы боҙ менән көрәште, әлеге ваҡытта улар өсөн тағы ла яуаплы мәл, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәрен башҡарыу осоро етте. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, соҡорҙарҙы ямау – ул юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сара.

Күгәрсен юл-ремонт төҙөлөш идаралығының Ейәнсура районындағы филиалы эшселәре Магнитогорск-Ира трассаһының 270-271 километрында ҡойоп яһалған асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән соҡорҙарҙы ямау эшен башлап ебәрҙе. Юлсылар бригадаһы ҡойоп эшләнгән асфальт ҡатнашмаһын йәйер алдынан  эш урынын билдәләп юл билдәләрен ҡуя, юлдағы соҡорҙарҙы ҡар һыуҙарынан арындыра. Фреза тағылмалы трактор юлдың соҡорло урындарын ҡырҡып ала. Артабан эшселәр горелка ярҙамында ерҙәге һыуҙы парға әйләндерә, ошо уҡ горелка ярҙамында асфальт-бетон ҡатнашмаһын кәрәкле температурағаса йылытып, соҡорҙо тултырып тигеҙләп тә ҡуя. Был эштәргә водителдәр Владимир Трубицын, Валерий Седов, тракторсылар Эльвир Ғәбделмәнов һәм Илфат Дауытов, юл эшселәре Айнур Ильясов, Олег Протасов һәм Зиннур Ҡотошов йәлеп ителгән. Юлсылар бригадаһы менән мастер Рәүеф Сәғитов идара итә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: