Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май , 16:05

Башҡортостанда традицион ҡытай медицинаһы үҫтереләсәк

.

Башҡортостанда традицион ҡытай медицинаһы үҫтереләсәк
Башҡортостанда традицион ҡытай медицинаһы үҫтереләсәк

Башҡортостан һәм Ҡытай традицион ҡытай медицинаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Ҡытай Халыҡ Республикаһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Традицион ҡытай медицинаһы йәмғиәттәренең Бөтә донъя федерацияһы профессиональ комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы медицина палатаһы араһында тейешле протоколға ҡул ҡуйылды. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Илнур Тактаев һәм Ляонин провинцияһының коммерция идаралығы етәксеһе урынбаҫары Чжан Вэйдун хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Илнур Тактаев Башҡортостанда инвесторҙарға, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса дәүләт саралары, республикала ғәмәлгә ашырылған инвестиция сәйәсәте тураһында һөйләне.

 Башҡортостандың рәсми делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы эш сәфәре 15 майҙа башланғайны һәм 18 майға тиклем дауам итәсәк.

Автор:
Читайте нас: