Аҙналап алғы һыҙыҡта яугирҙәр янында булып, окоптарҙа һәм блиндаждарҙа йәшәгән, һалдаттарҙың яу яланындағы тормошон эстән яҡтыртҡан ҡурҡыу белмәҫ егет беҙҙең район халҡына ла командировкаларҙа төшөрөлгән видеояҙмаларын тәҡдим итте. Һәр бер видеояҙма күңелгә ныҡ үтеп инде, ил һағында торған һалдаттарыбыҙҙың батыр, көслө рухлы, сыҙамлы икәнлеген һәм шул уҡ ваҡытта тыйнаҡлығын да күрһәтә алды.
Шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө тарафтарында урынлашҡан ун ҡалаһында “Инсайт Люди” продюсерлыҡ капанияһы төшөргән “Онотолғандар” фильмы ла күрһәтелде. Фильм тарихи материалдарға нигеҙләнгән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистарҙың ҡанһыҙлығын, йәш гвардиясыларҙың батырлыҡтарын, русофобия һәм немецтарҙан азат ителгән илдәрҙә һалдаттар һәйкәлдәрен юҡ итеп, тарихты юйырға маташыуҙарын һүрәтләй. Фильмдың Башҡортостандың Бөрө ҡалаһы янында төшөрөлгән өҙөгө 19 йәшлек Зента Озола исемле санитарканың яу яланынан 32 яралы һалдатты ҡотҡарыуы һәм үҙенең батырҙарса һәләк булыуы хаҡында. Әйткәндәй, Зента ролен Донбасс Халыҡ Республикаһының Горловка ауылынан Екатерина Смирнова башҡара.
– Барыбыҙ өсөн дә еңел булмаған ваҡытта республиканың бөтә райондары махсус операциялағыларға ярҙам күрһәтеүҙән ситтә ҡалманы, район башлыҡтары һәр береһе гуманитар ылау оҙатып, яугирҙәр янына бер нисә тапҡыр барып ҡайтты. Халыҡ ошо ылауҙарҙы әҙерләүгә күп көс һала, маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, төрлө техника һатып алыуҙа ҡатнаша, тыуған яҡ күстәнәстәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләп ебәрә. Тегендә егеттәр һеҙҙең ярҙамды тоя, рәхмәт еткерәләр һәм Еңеү менән ҡайтыуҙарына ышана, - тине Ильяс Батыргәрәев ейәнсуралар менән осрашыуында.