Новости
18 Сентябрь 2024, 07:53

Бюджетниктарҙың эш хаҡы арта!

2024 йылдың 1 октябренән бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы

Бюджетниктарҙың эш хаҡы арта!Бюджетниктарҙың эш хаҡы арта!
Бюджетниктарҙың эш хаҡы арта!

2024 йылдың 1 октябренән бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5,1 процентҡа күтәреләсәк, тип иҫкәртә киң мәғлүмәт саралары. РФ Хөкүмәтенең тейешле бойороғона премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Эш хаҡын арттырыу федераль ҡаҙна, бюджет һәм автономиялы учреждениелар, федераль дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ хәрби частарҙың һәм хәрби һәм уға тиңләштерелгән хеҙмәт ҡаралған федераль башҡарма власть органдары учреждениеларының һәм подразделениеларының граждан персоналына ҡағыласаҡ.

 Шулай итеп, мәктәп уҡытыусыларына һәм дәүләт вуздары уҡытыусыларына, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, фән системаһы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡының артыуын көтөргә кәрәк.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас