Новости
2 Февраль 2025, 06:05

2025 йылда водитель таныҡлығын алыштырабыҙ. Нимәгә иғтибар итер кәрәк?

Водитель таныҡлығын нисек алыу тураһында тулы мәғлүмәт менән Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында «Имтихан эше» бүлегендә танышырға була. Шунда уҡ водитель таныҡлығын алыштыруҙың сәбәбен билдәләргә кәрәк.

2025 йылда водитель таныҡлығын алыштырабыҙ. Нимәгә  иғтибар итер кәрәк?2025 йылда водитель таныҡлығын алыштырабыҙ. Нимәгә  иғтибар итер кәрәк?
2025 йылда водитель таныҡлығын алыштырабыҙ. Нимәгә иғтибар итер кәрәк?

Водитель таныҡлығын ике ысул менән алыштырып була.

Тәүге ысул - Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһенә шәхсән мөрәжәғәт итеп. Водитель таныҡлығы алыу өсөн алдан яҙылырға мөмкин. Үҙең менән паспорт, әгәр водитель таныҡлығының срогы сыҡҡан булһа, медсправка алып килергә һәм дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк.

Икенсе ысул - «Дәүләт хеҙмәттәре» ҡушымтаһы менән файҙаланып. Был осраҡта үҙегеҙҙең шәхси кабинетығыҙҙа электрон бланкты тултырып, ДАИ бүлексәһен, уңайлы датаны һәм ваҡытты һайлап, шул көндә документтарҙың оригиналдарын Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһенә тапшырырғә кәрәк.

Водитель таныҡлығын ниндәй осраҡта алмаштырырға кәрәк?

Водитель таныҡлығын, әгәр водитель фамилияһын йәки башҡа персональ мәғлүмәттәрҙе алмаштырған, таныҡлығын юғалтҡан, йәки документ боҙолған осраҡта алмаштырырға кәрәк. Хужаның сәләмәтлеге үҙгәргән һәм транспорт менән идара итеүгә ҡаршы күрһәтмәләр барлыҡҡа килһә, мәҫәлән, уға күҙлекһеҙ автомобиль менән идара итергә ярамаһа, шулай уҡ “права”ны алмаштырыу кәрәк.

Әйткәндәй, имтиханды ҡабаттан тапшырырға кәрәкмәй. Водитель таныҡлығының срогы сыҡҡас алмаштырыу өсөн 003-В/у формаһы буйынса яңы медицина һөҙөмтәһе генә кәрәк.

Әгәр водитель таныҡлығын юғалтыуға, ҡулланыуға яраҡһыҙ булыуға йәки анкета мәғлүмәттәрен үҙгәртеүгә бәйле алмаштырған осраҡта, медицина һөҙөмтәһе кәрәкмәй.

Әйткәндәй, ниндәй сәбәп буйынса водитель таныҡлығын алмаштырырға баҙнат итмәһәгеҙ ҙә, фотоға төшөү талап ителмәй. Водитель таныҡлығын рәсмиләштереү барышында хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре һеҙҙе төшөрөп, документ өсөн фото әҙерләй.

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндән һуң, нисек ҡайтарырға?

Әгәр һеҙ суд ҡарары буйынса водитель таныҡлығынан мәхрүм булһағыҙ, уны, мәхрүм ителеү срогы бөткәнсе, Дәүләт автоинспекцияһына һаҡлауға тапшырырға кәрәк. “Права”ны йәнә алыу өсөн, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙе иҫбат итергә һәм штрафтарҙы түләргә кәрәк.

Иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән йәки медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылғандар өсөн мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә кәрәк.

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу

Норматив документтарҙы өйрәнһәң, водитель таныҡлығының 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты автоматик рәүештә өс йылға оҙайтылыуы хаҡында белергә була. Әгәр һеҙҙең водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты 2022 йылда өс йылға (2025 йылға тиклем) автоматик рәүештә оҙайтылған булһа, уны хәҙер алмаштырырға тура киләсәк. Әгәр водителде срогы сыҡҡан документ менән тотһалар, ул административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. РФ Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында кодексының 127-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, автомобиль менән идара итеүҙән ситләтеп, 5-15 мең һум штраф һалыу ҡаралған.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас