Новости
7 Февраль 2025, 09:44

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Беларусь Республикаһына рәсми сәфәре башла

6 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына рәсми сәфәре башланды.

Глава Башкортостана Радий Хабиров прибыл с официальным визитом в БеларусьГлава Башкортостана Радий Хабиров прибыл с официальным визитом в Беларусь
Глава Башкортостана Радий Хабиров прибыл с официальным визитом в Беларусь

 Сәфәрҙең маҡсаты – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында Башҡортостан менән Белоруссияның власть органдары һәм бизнесы араһында үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү, сәнәғәт кооперацияһын, мәҙәни-гуманитар һәм туристик хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.

– Беларусь – беҙҙең төп тышҡы иҡтисади партнерыбыҙ. Республика – уның Президенты Александр Григорьевич Лукашенко, идара итеү командаһы, халыҡ – менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы. Бергәләп күп уңыштарға өлгәшәбеҙ. Был үҙ-ара тауар әйләнеше, беҙгә сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендә етди компетенциялар биреүсе тәрән кооперация бәйләнештәре, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге шул уҡ ваҡытта бәйләнештәрҙең даимилығы менән билдәләнә. Шуға күрә беҙ Белоруссияға тағы ла килдек, бай йөкмәткеле программа көтөлә. Ил етәкселеге менән осрашырға, хеҙмәттәшлек итергә ниәтләгән яңы производстволарҙы ҡарарға планлаштырабыҙ. Һис шикһеҙ, гуманитар проекттар тураһында ла фекер алышасаҡбыҙ. Мәҫәлән, киләһе йәй бында уҡыусыларыбыҙҙы йөрөтә башларға теләйбеҙ. Быларҙың барыһы ла – планлы рәүештә башҡарыуҙы талап иткән системалы эш.

Информация и фото: glavarb.ru

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас