Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Бының турала республика Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләне һәм тейешле указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе.
- Беҙ иҡтисад үҫешен фән ҡаҙаныштары менән тәрәнерәк берләштереү тураһында әйтә килдек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙгә шуның өсөн яуаплы булған үҙ аллы орган кәрәк. Эш күләме ҙур. 15 мартта беҙҙең юғары уҡыу йорттарының “Өҫтөнлөк 2030”-ға өс заявкаһын яҡлау була, был ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес бирә, һәйбәт федераль финанслау булып тора. Беҙҙә кампустың икенсе сираты төҙөлә, Евразия ғилми-етештереү үҙәге әүҙем эшләй. Ул фән ҡаҙаныштарын бер урынға туплап, производствоға һәм бизнесҡа индереү үҙәге булып тора.
Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты юғары уҡыу йорттары, ғилми тикшеренеү институттары һәм сәнәғәт предприятиелары менән өс яҡлы килешеүҙәр төҙөү платформаһы булараҡ эшләйәсәк.