Был көндә республика халҡын мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен һәм таҡтаташтарын йыйыштырырға, төҙөкләндерергә саҡыралар.
Ғәҙәттә, оҙайлы ялға тыуған йортҡа йыйылған туғандар ауыл зыяратына барып, туғандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерә. Был эште алдан билдәләнгән датала башҡарғанда, биләмәләр сүп-сарҙы сығарыу өсөн махсус машиналар бүләсәк. Шулай уҡ ҡыуарған ағастарҙы бысыу кеүек дөйөм эштәрҙе ойоштороу ҙа еңелләшә. Әйткәндәй, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ҡала зыяраттарына өҫтәмә транспорт маршруттары ойоштороласаҡ.