Новости
10 Июнь 2025, 11:07

Башлығыбыҙ орден менән билдәләнде!

Ейәнсура районы башлығы Дәмин Марат улы Юлановты дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Башлығыбыҙ орден менән билдәләнде!Башлығыбыҙ орден менән билдәләнде!
Башлығыбыҙ орден менән билдәләнде!

Ейәнсура районы һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҙгәрә. Ауылдарҙың, район үҙәгенең күркәмләнеүе, шишмәләрҙең төҙөкләндерелеүе (әйткәндәй, улар 100-гә етте!), эшҡыуарлыҡтың үҫеүе, инвестициялар йәлеп итеү һәм башҡа ыңғай үҙгәрештәрҙе килеп киткәндәр генә түгел, ошонда йәшәгән халыҡ та күрә, белә. Әлбиттә, был - өмәләргә сыҡҡан, фиҙаҡәр эшләгән халыҡтан алып, барлыҡ эштәрҙе ойошторған етәкселектең, йәғни тотош команданың дөйөм һөҙөмтәһе. Ә команданың башында - район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов тора!

Кисә Дәмин Марат улына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район, республика үҫешенә индергән ҙур өлөшө, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены тапшырҙы. Беҙ уны лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм район, халыҡ мәнфәғәтендә киләсәктә лә уңышлы эшләүен теләйбеҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас