Новости
11 Август 2025, 15:25

Төҙөүселәр I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырға

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмдарын ҡуллана.

Төҙөүселәр I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырғаТөҙөүселәр I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырға
Төҙөүселәр I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырға

Ағымдағы йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостанда 1 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был хаҡта премьер-министр Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һөйләне.

Премьер-министр уҙған аҙнала төҙөлөш өлкәһендәге мөһим ваҡиғалар хаҡында ла иҫкә төшөрҙө: Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышы үткәрелде, математика лицей-интернатының төҙөлөш майҙансығында эштәр башланды.

2024 йылда республика төҙөүселәре рекордлы 3,3 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған, 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Республикала торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе бер кешегә 30 квадрат метрға еткән. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме тураһында бында яҙғайныҡ.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-11/zastroyschiki-bashkirii-vveli-1-mln-kv-m-zhilya-v-i-polugodii-4343373

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас