1 октябрҙән уға хәрби пенсионерҙар, элекке көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән янғынға ҡаршы һәм таможня хеҙмәте, Росгвардия, ФСИН, Эске эштәр министрлығы иҫәп тота ала. Уларға пенсияны 7,6 процентҡа арттыралар, был ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын һәм аҡсалата тәьминәтен индексациялауға бәйле.
Шулай уҡ сентябрҙә 80 йәшен билдәләгән йәки инвалидлыҡтың беренсе төркөмөн рәсмиләштергән граждандарҙы өҫтәмә көтә. Уларҙың пенсияһының билдәләнгән өлөшө ике тапҡырға – 8 907,7 һумға артасаҡ. Арттырыу автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.