Новости
6 Ноябрь 2025, 11:52

Кинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлде

.

Кинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлдеКинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлде
Кинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлде

Бөгөн Ира–Магнитогорск трассаһының 260-сы саҡрымында – Кинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлде. “Лада Гранта” автомобиле менән “Volvo” йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике кеше ауыр йәрәхәттәр алды.

Береһе алған йәрәхәттәрҙән һәләк булды. Билдәле булыуынса, еңел автомобиль водителе атаһы менән Хәйбулланан Өфөгә юлланған булған.

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа һаҡ булыуығыҙ һорала. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ!

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас