Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар , 18:25

Башҡорт мәғрифәтселегенең интеллектуаль һәм рухи мираҫы

Бөгөн Өфөлә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында XIX быуаттың билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы “Быуаттар тарихына уйылған Ғәли Соҡорой...” исеме аҫтында тантаналы саралар үтте.

Башҡорт мәғрифәтселегенең интеллектуаль һәм рухи мираҫы
Башҡорт мәғрифәтселегенең интеллектуаль һәм рухи мираҫы

"Башҡортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, ойоштороусылар исемлегендә  – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Тәтешле районы хакимиәте. Өфө ҡунаҡтары өсөн мәғрифәтсенең тыуған яғындағы музейынан бихисап уникаль экспонаттар ҙа килтерелгәйне. “Һандыҡта ҡалған хазина” тип аталған күргәҙмә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм тарих менән күҙмә-күҙ осрашыу мөмкинлеген бирҙе.

Абруйлы ҡунаҡтар араһында ғалимдар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары,  ветерандары, республика райондары, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемселәре, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар ине.

Тантаналы өлөшкә тиклем филармонияның Кесе залында “Башҡорт мәғрифәтселегенең интеллектуаль һәм рухи мираҫы” түңәрәк өҫтәле ойошторолғайны, уның модераторҙары булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһаны.

Сара Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гимнына әүерелгән “Урал” башҡорт халыҡ көйө менән башланды.

Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғабделсәлих улы Кейеков) 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле улусы Иҫке Соҡор ауылында (Башҡортостандың Тәтешле районы) тыуған. Бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә ундан ашыу баҫма китабы һәм тиҫтәләгән ҡулъяҙма әҫәрҙәре килеп еткән.

Мәғрифәтсенең мираҫын тикшереүҙең яңы перспективалары тураһында филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары Искәндәр Сәйетбатталов сығыш яһаны. Ул Ғәли Соҡорой ижады ҡатмарлы фәлсәфәүи концепцияларҙың әҙәби текста аңлайышлы һәм эстетик сағылыш алыуына сағыу миҫал булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Мәғрифәтсенең ижады нигеҙендә –  Нәҡшбәндиә суфыйҙар берләшмәһенең бөтә донъя – Аллаһы Тәғәләнең берҙәмлеге һәм ҡөҙрәте тураһындағы шаһитлыҡ идеяһы ята.

Ижадсының шиғриәте форма һәм уның ҡатмарлылығы йәһәтенән камил. Ул төрки теленең һүрәтләү һәм сағылдырыу мөмкинлектәрен күрһәтә, мәғәнәләрҙе йөкмәтке аша ғына түгел, ә шиғырҙың формаль сифаттары аша белдереү һәләтен дә кәүҙәләндерә.

Ғәли Соҡоройҙоң тарихнамәһе Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә Ислам тарихын өйрәнеү йәһәтенән баһаланмаған мәғлүмәт сығанағы булып тора. Шағирҙың агиографияһы замандаштарының бөтөн образдарын тыуҙыра һәм тәрән гуманистик идеялар менән һуғарылған. Ғәли Соҡорой мираҫы иғтибар менән, төплө өйрәнеүҙе һәм артабан популярлаштырыуҙы талап итә",  – тине үҙ сығышында Искәндәр Рәсүл улы.

Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле Нәҙерғолов Ғәли Соҡоройҙоң  тормош һәм ижад юлы тураһында доклад менән сығыш яһаны, шулай уҡ мәғрифәтсенең һайланма әҫәрҙәренең презентацияһын тәҡдим итте.

“Ғәли Соҡоройҙоң ижад позицияһы, нигеҙҙә, Урта Азияның дини-мистик йүнәлештәге поэзияһы йоғонтоһонда формалашһа ла, әҫәрҙәрендә демократик идеялар һәм донъяуи мотивтар ҙа ҙур урын тота. Мәҫәлән, шиғриәтенең төп жанрҙарынан булған мәҙхиәләрендә һәм мәҫриәләрендә әҙип, теге йәки был шәхестең биографияһын һәм эшмәкәрлеген һүрәтләп, тормоштоң аныҡ, йәнле картиналарын тыуҙыра. “Фосули әрбәғә” (“Йылдың дүрт миҙгеле”) исемле шиғырҙар циклында ул донъяға хеҙмәт һөйөүсе крәҫтиән булып баға, тәбиғәт йәме һәм кеше ғүмере тураһында уйлана. 1872 йылда алыҫ ғәрәп илдәренә хаж сәфәре ҡылып ҡайтҡас яҙған “Нәсим әс-саба” (“Таң еле”) тигән юлъяҙмаһында ватанының ысын патриоты булып сығыш яһай, Рәсәйҙәге тәбиғи байлыҡтар һәм техник прогресс менән ғорурлана. Шағирҙың “Мәдхи Ҡазан” (“Ҡазанды маҡтау”) һәм Шәмғ әз-зия” (“Шәм яҡтыһы”) китаптары мәғрифәтте, мәҙәни үҫеште данлау, наҙанлыҡты, томаналыҡты тәнҡитләү рухы менән һуғарылған.

Әҙиптең һуңғы йылдарҙа табылған яҙма ҡомартҡыларынан тарихи-әҙәби әҫәрҙәр менән хаттары иғтибарға лайыҡ. Ирәкте ырыуы башҡорттары шәжәрәһенең Ғ. Соҡорой тарафынан төҙөлгән варианттары халыҡ тарихының мөһим этаптарын реалистик сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Шәжәрәнең шиғри варианты иһә ысын мәғәнәһендә художестволы әҫәр булып әүерелгән. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығыш ҡулъяҙмалар институтының Санкт-Петербург фондында һаҡланған “Тәуарихи Болғария, йәки Тәҡриби Ғари” (“Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары”) әҫәрендә башҡорт тәуарих яҙмаларының ҡайһы бер сығанаҡтары, традициялары һәм жанр сығанаҡтары, жанр үҙенсәлектәре күҙәтелә. Беҙҙең замандарға әҙиптең ун өс хаты - мәктүбе килеп еткән. Башлыса образлы тел менән, эмоциональ-экспрессив формала яҙылған был ҡормартҡылар шағирҙың тормош-көнкүреше һәм ижади бәйләнештәре хаҡында бай мәғлүмәт һаҡлай.

Әҙиптең ижады күп томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның 1990 йылда нәшер ителгән 2-се томында һәм рус телендәге “История башкирской литературы” күп томлығының 2012 йылда баҫылған 1-се томында яҡтыртылған, әҫәрҙәре “Башҡорт шиғриәте антологияһы” (2001) һәм “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” (2007) китаптарына индерелгән. Шулай уҡ беҙҙең тарафтан шағирҙың 1995 йылда “Шәм яҡтыһы” һәм 2025 йылда “Һайланма әҫәрҙәр” әҙерләп сығарылды”,  – тип билдәләне ғалим Миңлеғәли Нәҙерғолов.

Тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, алып барыусы һәм телепроекттар авторы Салауат Хәмиҙуллин, “Тарихи сығанаҡ булараҡ – Ғәли Соҡоройҙоң әҫәрҙәре” темаһына сығыш яһаны. Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фонды һаҡсыһы Рәшит Аҡкөбәков билдәле башҡорт мәғрифәтсеһенең фондта һаҡланған китаптары хаҡында һөйләне. Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов “Тәтешле районының ҡулъяҙма һәм фольклор сығанаҡтары” доклады менән сығыш яһаны.

Филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Үҙенең сығышында ул түбәндәге мөһим мәлдәрҙе билдәләне: “Тел ғилемендә телдең хәҙерге торошон асыҡлау өсөн уның диалекттарын, ерле һөйләү телен өйрәнеү зарур!.

Профессор Эрнест Ишбирҙин хеҙмәттәренә таянып, беҙ дөйөм халыҡ йәнле һөйләү телен, поэтик халыҡ ижады әҫәрҙәренең теле һәм Урал-Волга буйы төркие менән бер рәттән, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең төп сығанағы булараҡ тикшерәбеҙ. Ошо дөйөм халыҡ йәнле һөйләү теле башҡорт теленең өс диалектын үҙ эсенә ала. Классификацияға ярашлы, башҡорт телендә өс диалект, улар составында 16 һөйләш, ике һөйләштә йәмғеһе 19 һөйләшсә ҡарала.

Айырым телдең диалекттары бер нисәү булһа, фәндә “терәк диалект” (опорный диалект) термины менән эш итәләр, йәғни әҙәби телгә нигеҙ булараҡ ғәҙәттә бер диалект алына. Беҙҙең осраҡта “терәк диалект” функцияһын ике даилект башҡарған: көнсығыш һәм көньяҡ. Был хәлдең объектив һәм субъектив сәбәптәре бар.

ХIХ быуаттың бөйөк әҙибе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллыҡ юбилейына арналған сарала төньяҡ-көнбайыш диалектҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән бүлешеү урынлы булыр.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен өйрәнеү XIX быуаттың икенсе яртыһында урыҫ телселәре тарафынан башлана. Тәүге мәғлүмәттәр ғалим-энтузиаст, телсе, этнограф, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән А.Г. Бес­сонов хеҙмәттәрендә осрай. 1881 йылда сыҡҡан яҙмаларында ул Пермь, Өфө һәм Ырымбур башҡорттары һөйләштәренең татар теленә мөнәсәбәтен тикшерә, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ диалекттарының ҡайһы бер үҙенсәлектәрен билдәләй.

Ғалим-төркиәтсе, этнограф Н.Ф. Катанов башҡорт диалекттарын өйрәнеү өсөн 1897-1898 йылдарҙа Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙенә килә. Йыйған материалдарына нигеҙләнеп, профессор Н.Ф.Катанов бындағы башҡорттарҙың телен ике һөйләшкә бүлә:

  • губернаның көнбайышында йәшәүсе башҡорттарҙың керәшен татарҙары теленә бер аҙ оҡшаш теле;
  • хәҙерге дим һөйләшенә тартым көнсығыш һөйләш.

Октябрь революцияһынан һуңғы осор башҡорт диалекттарын өйрәнеүҙең юғары фәнни кимәлгә күтәрелгән өр-яңы этабы булды. Башҡортостандың төрлө райондарына, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәргә диалектологик һәм фольклор экспедициялар ойошторола, уларҙың материалдарына таянып, башҡорт телендә өс диалект барлығы әйтелә (көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш). Күренекле төркиәтсе, профессор Н.К. Дмитриев та был фекерҙе яҡлап сыға, шулай ҙа уның экспедицияһы көнбайышта булмай. Шул уҡ Н.К. Дмитриев тырышлығы менән 1951 йылда көнбайыш диалект тураһындағы мәсьәлә яңынан күтәрелә һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле өсөнсө диалект буларак таныла, был диалектты тәрән фәнни өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйыла. 1954 йылда Асҡын, Балтас, Борай, Яңауыл райондарына беренсе диалектологик экспедициялар ойошторола, етәксеһе – тәүгеләрҙән булып был диалекттың үҙенсәлектәрен башҡорт диалектология фәнен үҙенең тәүге диссертацияһы, рус телендә Мәскәүҙә баҫылған тәүге монографияһы менән өр-яңы кимәлгә алып сыҡҡан Таһир Ғәлләм улы Байышев була”,  –  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы.

Түңәрәк өҫтәлгә йомғаҡ яһағандан һуң филармонияның Ҙур залында “Быуаттар тарихына уйылған Ғәли Соҡорой..." әҙәби-музыкаль кисәһе үтте, сара халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының рухын яңыртты, йөрәктәргә илһам һәм дәрт өҫтәне.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Ю. Кәримов  фотолары.

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас