2025 йылдың ғинуар–сентябрь айҙарында республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 72 153 һум тәшкил иткән.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 11,1 процентҡа күберәк.
Килем кимәле буйынса Өфө районы лидер булды. Бында уртаса эш хаҡы 94 869 һумға еткән, бер йылда ул 9,2 процентҡа артҡан.
Иң юғары эш хаҡы алған биләмәләр иҫәбендә шулай уҡ Хәйбулла районы (94 010 һум), Өфө (91 713 һум), Салауат (86 542 һум), Учалы районы (86 066 һум) һәм Благовещен районы (82 948 һум) бар. Иң түбән күрһәткестәр Бөрйән районында теркәлгән-айына уртаса 42 357 һум. Баҡалы, Ейәнсура, Стәрлебаш, Федоровка һәм Ҡариҙел райондарында ла түбән эш хаҡы билдәләнгән, унда уртаса килем 47 мең һумдан артмай.