Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өс көнлөк ял көтә. Быйыл 23 февраль дүшәмбегә тура килә, шулай уҡ 21 һәм 22 февраль дә (шәмбе, йәкшәмбе) ял көндәре булып тора.
Байрамдарҙан һуң дүрт көнлөк ҡыҫҡа эш аҙнаһы башлана.
Киләһе оҙайлы ял көндәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан буласаҡ. Унда ла өс көнлөк ял һәм дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә.
Бынан тыш, Башҡортостанда Ураҙа байрамы уңайынан 20 март ял көнө тип иҫәпләнә.