Новости
3 Марта , 06:28

Ашығыс хәбәр: өс йүнәлештә юлдар ябылды!

.

Һауа торошоноң боҙолоуы (буран, ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге булмауы) арҡаһында республика юлдарында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн сикләүҙәр индерелде.

Ябылған участкалар:  Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһы (Благовещен районындағы Николаевканан Яңауылға тиклем);  

Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы (Архангел һәм Белорет райондарында);  

Дүртөйлө – Нефтекама трассаһы (Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында).

Юлда сикләүҙәр тамамланыуы тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәктәр. 

Водителдәр иғтибарына! Алыҫ араға сәйәхәт итеүҙе кисектерергә кәңәш ителә. 

 Беҙ МАХ-та ла бар: https://max.ru/tandari

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас