

Мәғлүмәттәр буйынса, иртәнге сәғәт алтыла Бәләбәй – Приют автомобиль юлының 28-се километрында «Дэу Нексия»ның машина йөрөтөргә хоҡуғы булмаған йәш водителе кюветҡа оса. Машина түңкәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында 27 йәшлек ир, 29 йәшлек, 28 йәшлек һәм 25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәләк булған. Водитель үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшен координациялау, шулай уҡ бөтә шарттарҙы асыҡлау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Эске эштәр министрлығының БР буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция полковнигы Олег Дмитриев юлға сыҡҡан. Юл фажиғәһендә ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.