Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
16 Февраль , 09:46

1 апрелдән кемдәрҙең пенсияһы арта

Был үҫеш 4,3 миллионға яҡын пенсионерға ҡағыласаҡ.    

2026 йылда социаль пенсиялар 6,8 процентҡа индексацияланасаҡ. Индексация коэффициенты йыл һайын РФ Хөкүмәте тарафынан пенсионерҙың үткән йылдағы йәшәү минимумының фактик үҫеше нигеҙендә билдәләнә. Был хаҡта Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә.

Социаль пенсияларҙы индексациялау ғәҙәттәгесә 1 апрелдән үткәрелә2026 йылда уның күләме 6,8 процент тәшкил итәсәк. Был үҫеш 4,3 миллионға яҡын пенсионерға ҡағыласаҡ. Шуларҙың 3,6 миллион самаһы — социаль пенсия алыусылар, 700 мең самаһы — дәүләт пенсия тәьминәте буйынса.

!  Социаль пенсия төрлө сәбәптәр арҡаһында страховка пенсияһын алыу өсөн кәрәкле стаж туплай алмағандарға тәғәйенләнә. Әгәр уның күләме пенсионерҙың төбәк йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, түләүҙәрҙе билдәләнгән кимәлгә еткереүсе социаль өҫтәмә билдәләнә.

Дәүләт пенсия тәьминәтен алыусылар категорияһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, "Блокадалы Ленинградта йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе” һәм “Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе” билдәләренә эйә булыусылар, радиация йәки техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән кешеләр һәм уларҙың ғаиләләре, шулай уҡ осоу-һынау составының элекке хеҙмәткәрҙәре инә.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас