+10 °С
Ямғыр
“Абзан ауылында йорт бар, һәм үтеп барышлай, унда яҡтылыҡ күрһәм, тимәк, барыһы ла яҡшы...
Бөтә районға берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов беҙҙе мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәһен һәм беҙҙе ҡыуандырһын ине...” – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.
Башлыҡ шулай уҡ миҙал тапшырғандан һуң Әхмәтдин бабай менән сәй эсеүҙәре, күп нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәре, ветеран МХО-лағы беҙҙе егеттәр тураһында һорашыуы, улар өсөн борсолоуы һәм еңеүсе яугирҙәрҙе көтөп алып, уларҙың ҡулын ҡыҫасағына ныҡлы ышаныуы тураһында яҙа.
Фотолар Д. Юлановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.