Еңеүгә - 80 йыл
12 Апреля 2025, 14:25

Ҡартатаһы юлын лайыҡлы дауам итә

"Быуындар бәйләнеше" акцияһы

Ҡартатаһы юлын лайыҡлы дауам итәҠартатаһы юлын лайыҡлы дауам итә
Ҡартатаһы юлын лайыҡлы дауам итә

Ағурҙа ауылынан Нурислам Мөхәмәтдин улы Бикмөхәмәтов (1923-1967) Бөйөк Ватан һуғышында яу юлын 67-се зенит дивизияһының 1994-се зенит артиллерия полкында үткән. Дошмандар менән алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр "За боевые заслуги" миҙалы менән наградланған. "Память народа" сайтында артиллерист Бикмөхәмәтовтың батырлығы хаҡында ошолай яҙылған: «...4 октября 44 г. при нападении танков противика на батарею мужественно принял бой и слаженной работой в расчете своим орудием уничтожил танк противника типа "ТИГР" ...»

Украина ерендә илебеҙҙе фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙең ейәне Рифат та ҡартатаһының юлын ҡабатлап, бер нисә йыл инде неонацистар менән алыша.

Бынан 80 йыл элек ҡартатайым яулаған тыныслыҡҡа янаған хәүефте күреп тыныс ҡала алманым. Ныҡлы ҡарарға килдем һәм яңы туплана башлаған Шайморатов исемендәге батальонға ҡушылдым, - ти "Бик".

Махсус хәрби операцияның тәүге айҙарынан тигәндәй алғы һыҙыҡта булған яҡташыбыҙ ҡаһарман ҡартатаһының юлын ысынлап та лайыҡлы дауам итә. Бөгөн "Бик" Суворов, "За боевые отличия", ике тапҡыр Шайморатов, "Хәрби хәрәкәт ветераны", "Водитель - участник СВО на Украине" миҙалдарына лайыҡ. Уға шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров исемле сәғәт тапшырҙы.

"Бик"ка ла ҡаһарман ҡартатаһы һымаҡ Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға, киләсәк быуынға илһөйәрлек өлгөһө булып, лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерергә яҙыһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас