Еңеүгә - 80 йыл
25 Апрель 2025, 11:35

Башҡортостанға махсус поезд килә

13 майҙа Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары заманса ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре күргәҙмәһен ҡарай аласаҡ

Башҡортостанға махсус поезд киләБашҡортостанға махсус поезд килә
Башҡортостанға махсус поезд килә

13 майҙа Өфөгә тимер юл вокзалына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған тематик поезд килә. Состав 19 апрелдә Мәскәүҙән сыға һәм Рәсәйҙең 75 ҡалаһында туҡталыш яһай. Махсус поезд ил буйлап Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы үткәргән «Берҙәмлек хәтерҙә. Көс батырлыҡта!» агитация-пропаганда акцияһы сиктәрендә йөрөй, тип хәбәр иттеләр республиканың хәрби комиссариатында.

Поезд иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем торасаҡ. Был ваҡытта Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары һигеҙ тематик вагонда урынлаштырылған заманса ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре күргәҙмәһен ҡарай аласаҡ.

Акция сиктәрендә перронда илдең оборона ведомствоһы ижади коллективтарының һәм Башҡортостан Республикаһы артистарының концерты ойошторола. Был ваҡытта тамашасылар һалдат бутҡаһы менән һыйлана ала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас