

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенең #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында Ейәнсура районының Абзан ауылынан 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы Ветераны Әхмәтдин Хәлитов тураһында һөйләне.
Әхмәтдин Хәлитов үҫмер сағында уҡ колхозда эшләй, фронтҡа ярҙам итә. 17 йәшендә элемтәселәр мәктәбенән һуң үҙ теләге менән һуғышҡа китә, 1-се Украина фронтының 335-се уҡсылар полкы составында һуғыша.
"Иң ҡатмарлы операцияларҙың береһе – Корсунь-Шевченковский. Элемтәселәргә күп нәмә бәйле, дивизиялар бер-береһен ишетергә тейеш була. Польшаны азат иткәндә Әхмәтдин Фәхретдин улы ҡаты яралана. Оҙаҡ дауалана, әммә кире сафҡа баҫа. Еңеүҙе Германияла Эльбала ҡаршылай.
1945 йылда, Әхмәтдин Фәхретдин улы тыуған ауылы Ғәббәскә ҡайта. Хужалыҡты тергеҙеүгә әүҙем ҡушыла. 35 йыл Абзан РТС-ында моторист булып намыҫлы эшләй, тағы 18 йыл пилорамсы була. Хеҙмәт ярыштарында бер нисә тапҡыр еңеү яулай», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.