

Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Биштирәк ауылында төҙөкләндерелгән обелиск асыу тантанаһы үтте. Эйе, һәр 9 Майҙа ҡаһарман ҡартатайҙарҙы иҫкә алып венок-сәскәләр һалыр обелиск быға тиклем дә булған. Әммә ваҡыт бер урында тормай. Хәҙер инде Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре генә түгел, “Барыһы ла фронтҡа, барыһы ла еңеү өсөн!” лозунгыһы аҫтында көндө төнгә ялғаған тыл ветерандары ла тарихта ҡала бара. Беҙ тарихты белергә, улар хаҡында киләсәк быуындарға еткерергә тейешбеҙ. Һәйкәлдәр тереләр өсөн кәрәк.
Ауыл бәләкәй генә булһа ла, тантанаға ныҡлы әҙерләнгән. Бар ерҙә лә флагтар. Улар хатта ҡаршылағы тауҙа ла елберҙәй. Халыҡ та күп йыйылғайны. Күптәренең ҡулында – яугир туғандарының фотоһүрәттәре.
Яңыртылған обелискыны асыу ауылдаштары, отставкалағы (под)полковник Шәкир Тоҡомбәтов менән ауыл муллаһы Айҙар Бикташевҡа бирелде. Биштирәктәрҙе Байыш биләмәһе һәләттәре йыр-бейеүҙәре менән тәбрикләне. Район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Байрас Ҡансурин, биләмә башлығы Айҙар Ҡуланчин, махсус хәрби операция ветераны, “Бөркөт” ойошмаһы әүҙеме Рәүеф Баев сығыш яһаны.
Яңыртылған обелискыла мәрмәр таҡтаташтарҙа 18 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының исемдәре мәңгеләштерелгән. Шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәренең һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ауылдаштарҙың да исемдәрен яҙылған. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаһын!
Әйткәндәй, был күркәм сара Биштирәк ауылының 100 йыллығын билдәләү алдынан үткәрелгән тәүге ҙур сараның береһе генә. Берҙәм һәм әүҙем биширәктәрҙең изге уй-ниәттәре бихисап. Был хаҡта киләһе һандарҙа.
Тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән Зәүхиә Низамиева, Ришат Ҡыуатов һәм Гөлсәсәк Аҫылғужина Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән билдәләнде.