Быйыл илебеҙҙең һәр мөйөшөндә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар үткәрелә. Һәм, әлбиттә, балалар баҡсалары, мәктәптәр был эштә айырыуса әүҙем. Сөнки киләсәк быуын, илһөйәрҙәр нәҡ ошонда тәрбиәләнә!
Был мәҡәләләге өс мәктәптә лә Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылау өсөн яҡшы әҙерлек әллә ҡайҙан күренә. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа материалдар туплап, тарихи мәғлүмәттәрҙе байҡап, фотоһүрәттәр, экспонаттар эҙләп, ҙур эш башҡарған.
Берҙәмлектә уларҙың көсө
Башҡорт Үргене мәктәбе Еңеү яҙын Бөйөк Ватан ветерандарына һәм хәҙерге заман ил һаҡсыларына арналған күргәҙмә менән ҡаршылай. “Мәңгелек хәтер” исемле стенд ҡасандыр илде дошмандан һаҡлап, фронттан ҡайтҡас ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә бағышлаған ветеран уҡытыусыларға бағышланған. Ә Совет Армияһының хәрби техникаһы макеттарын уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләнгән..
Әлбиттә, күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәхиулла Янбаевтың киң билдәле фотоһы ла урын алған. Фотограф яҡташыбыҙҙың яуға инер алдынан автоматын? үбеп торған мәлен мәңгеләштергән. Заманында СССР-ҙың күп гәзит-журналдарында, плакаттарҙа баҫылған был фото – мәктәп музейының иң ҡәҙерле экспонаттарының береһе.
Күмәк көс менән булдырылғанҡ землянка маскировкалау селтәре менән ҡапланған. Эсендә – ағас карауат, өҫтәл, бүкән ултырғыстар. Экспозицияны автомат макеттары, бинокль, тимер кружкалар, каска һәм кәрәсин лампаһы тулыландыра. Ә эргәлә – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған “обелиск”. Уның янындағы “Еңеү аллеяһы”нда алмағастар шау сәскәгә төрөнгән. Ял итер өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйылған.
Бөгөнгө заман геройҙарына арналған стендта – махсус операцияла һәләк булған Үрген егеттәре, әлеге ваҡытта хәрби бурысын үтәүселәр тураһында мәғлүмәт һәм фотоһүрәттәр. Шулай уҡ МХО-нан ҡайтарылған мина ярсыҡтары, гильзалар, “Камикадзе” дроны өлөштәре, бронежилеттар, ҡоро паектар, рация, хәрби кейем урын алған. Экспонаттарҙың күбеһен ошо мәктәптә белем алған “Дейл” позывнойлы яугир ебәргән. Ҡайһы берҙәрен батырҙарса һәләк булған Ғәйсәр Ҡужахмәтовтың ҡатыны Оксана Ниолаевна тапшырған.
Фойела “2025 йыл – Ватан һаҡсылары һәм Махсус хәрби операциялағыларға һәм ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йылы”, “Афған ялҡыны”, “Чечня ялҡыны”, “Геройҙар беҙҙең арала” һәм “Беҙҙең офицерҙар” исемле стендтар “Ватан һаҡсылары” блогына берләштерелеп, мәктәптә балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында булдырылған күргәҙмәләрҙе тулыландыра.
Башҡорт Үргене мәктәбе район белем усаҡтары араһында иң беренсе булып ошондай бай күргәҙмә әҙерләп, коллективтың берҙәм һәм ойошҡан булыуын күрһәтә алды. Был эшкә уҡыусыларҙы ла йәлеп итеү тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булды.


Батырҙар мәктәбе
Яңыбай урта мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусыларҙың хәрби уҡыу-ялан йыйындарында бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡ яулауы ла ошо хаҡта һөйләй. Бында илһөйәрлек мәктәбе булыуы Еңеү байрамына әҙерләнгәндә лә күренде.
Ҡапҡанан башлап биҙәлгән мәктәп яҡынлашҡан байрамдың ни тиклем бөйөк һәм ҡәҙерле булыуын сағылдыра. Ә ҙур фойела халҡыбыҙҙың төрлө йылдарҙағы ҡаһарманлығына арналған күргәҙмә иһә илебеҙҙең үткәнен, хәҙергеһен асыҡ һүрәтләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Чечня батырҙарына, махсус хәрби операцияға айырым стендтар арналған. Әйткәндәй, Яңыбай мәктәбен тамамлап, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Марсель Ҡәҙербәков, Данис Бикәнов һәм Ришат Ҡәҙербәковҡа мәктәп стеналаһында ҡуйылған таҡтаташ та, улар исемендәге Герой парталары ла, яугирҙәр иҫтәлегенә үткәрелгән төрлө саралар ҙа уҡыусыларҙы батыр ағайҙары өлгөһөндә тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Мәктәптә “Аманат” тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Уҡыусылар ҡомартҡылар туплауға ҡушыла, тарих менән әүҙем ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, мәктәптә ойошторолған күргәҙмәләге экспонаттарҙың күбеһе музейҙа һаҡлана. Ә бына күргәҙмәгә ҡуйылған һәр төрлө хәрби техниканың сағыу макеттарын мәктәп уҡыусылары ҡағыҙҙан үҙҙәре эшләгән.
Яңыбайҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә практик яҡтан да ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусы ҡыҙҙар махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеү маҡсатынан “браслет выживания” үрергә лә өйрәнһә, егеттәр ҡоро душ әҙерләүҙе үҙләштерә. Мәктәп коллективы, райондың барлыҡ башҡа мәктәптәре кеүек үк, гуманитар ярҙам әҙерләүҙән ситтә ҡалмай. Улар егеттәргә тыуған яҡтан килгән күстәнәс, сәләмдәр рух ныҡлығы һәм көс өҫтәүен яҡшы аңлай.
Үткән менән бөгөнгөнө бәйләп
Абзан урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылы уңайынан осрашыу үтте. Унда Абзан биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәҙең яҡындары, ветеран уҡытыусылар саҡырылғайны.
Сара алдынан ҡунаҡтар Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан булдырылған ҙур күргәҙмә менән танышты. Унда уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы, яҡташ яугирҙәр, геройҙар, тыл ветерандары тураһында эҙләнеү эштәре, һуғыш осорондағы хәрби техниканың ҡағыҙҙан эшләнгән макеттары урын алғайны. Боронғо ҡылыс, хәнйәр, штык кеүек ҡоралдарҙы, пуля гильзаларын, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәрен, патефон, каска кеүек экспонаттарҙы тотоп ҡарарға ла мөмкин ине. Биләмәнән Бөйөк Ватан һуғышына алынғандарҙың фотоһүрәттәренән торған стенд та иғтибарһыҙ ҡалманы. Афған һуғышында, Чечняла хәрби бәрелештә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар тураһында стендтар булдырылғайны.
Осрашыу уҡыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Биләмә башлығы Нурғәле Бикбулатов биләмәнән МХО-ға юлланыусы яугирҙәр һәм уларҙың батырлыҡтары хаҡында һөйләне. Яҡташыбыҙ, ошо мәктәпте тамамлаған Гөлмирә Бикбулатова яугирҙәр өсөн йөндән билбауҙар эшләүе тураһында әйтеп, “Ялға ҡайтҡандарында алып китерҙәр” тип яугирҙәрҙең яҡындарына билбауҙар тапшырҙы. Ошондай билбау эшләргә теләктәре булғандар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрергә әҙер булыуын әйтте. Марат Түләбаев иһә мәктәпкә үҙенең китаптарын бүләк итте.
Уҡыусылар строй менән йөрөү, автоматты һүтеп йыйыу буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте, өлкән класс уҡыусылары "Еңеү вальсы"н бейене. Сараға саҡырылғандар мәктәп коллективына ошондай сара, иғтибар өсөн рәхмәт әйтте. Аҙаҡ барыһы ла һалдат бутҡаһын ауыҙ итә алды.
Зәлиә Байғусҡарова.