Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 12:58

Еңеү байрағы Ейәнсураны буйланы

7 майҙа үткән автопробег Еңеү байрағын “Дуҫлыҡ” паркындағы Дан аллеяһына ҡуйыу менән тамамланды

Район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлеге ойошторған автопробег Яңыбайҙан старт алды. Еңеү байрағын Ҡаҙанболаҡҡа алып килгән акцияла ҡатнашыусылар Иҙелбәктә Бөйөк Ватан һуғышында, төрлө локаль брелештәрҙә, махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты.

Обелиск асыу хоҡуғы район башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, ауыл биләмәһе кураторы Марат Мөхәмәтов, Ҡаҙанболаҡ биләмәһе башлығы Виктор Игнатьев, биләмәнең ветерандар советы рәйесе Николай Кудашев, оставкалағы полковник Шәкир Тоҡомбәтов, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир Алексей Фролов һәм район Советы депутаты Владислав Ваһаповға бирелде. Иҫтәлекле сараны Иҙелбәк урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сығыштары биҙәне.

Мөһәбәт һалдат һынының ике яғынан яу ҡырында һәм фронттан ҡайтҡас һәләк булғандарҙың, тыл ветерандарының исемдәре мәңгеләштерелгән. Мәрмәр таштарҙа барлығы 452 исем урын алған. Әйткәндәй, ил һаҡсыларына ҡарата ихтирам һәм үлемһеҙ хәтер билдәһе булған обелискты иҙелбәктәр ауылдаштар йыйған һәм төрлө конкурстарҙа еңеп яуланған аҡсаға эшләткән.

Артабан Еңеү байрағы Үтәғол биләмәһенә юлланды. Автопробегта ҡатнашыусылар Үтәғолда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға венок һалды. Унан байрамса биҙәлгән Иҙәш ауылы урамдарынан үттеләр. Әбүләйестә лә яугирҙәр иҫтәлегенә сәскәләр һалынды. Әбүләйес һәм Малиновка ауылдары халҡы ла автопробегты, Еңеү байрағын күрә алды.

Абзан ауылында байраҡлы автопробег колоннаһы райондағы берҙән-бер һуғыш ветераны, быйыл 99 йәшен тултырасаҡ Әхмәтдин Хәлитов йәшәгән урамдан үтте. Эстафетаны тапшырыусы Әбүләйес биләмәһе башлығы Хөрмәтулла Ҡотошов уны ҡабул итеүсе Абзан биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов менән батырҙар иҫтәлегенә һәйкәлгә сәскәләр һалды, Еңеү флагын урынлаштырҙы.  

Автопробегта ҡатнашыусылар Муйнаҡ биләмәһендә лә Еңеү байрағының копияһын күтәреп, фашист илбаҫарҙарына, әле неонацистарға ҡаршы көрәшкән яугирҙәрҙе иҫкә алды.

Һүрәм биләмәһендә автопробегҡа байдәүләттәр ҙә ҡушылды. Күгәрсендәге яңыртылған обелиск янында Муйнаҡ биләмәһе башлығы Даян Атнағолов афған ветераны Фәнил Ғүмәровҡа эстафетаны  – Еңеү байрағын тапшырҙы. Артабан колонна Хоҙабәндә  һәм Кинйәбулат ауылдары аша үтеп, Таҙлар биләмәһенә юлланды.

Бында акцияға бикбауҙар ҡушылды. Таҙлар үҙәгендәге һәйкәл янында байраҡ ҡулдан-ҡулға тапшырылғас, колонна Иҫәнғолға юлланды. Район үҙәгенә ингән ерҙә автопробегта ҡатнашыусыларға  Яңы Петровка һәм Яңы Себенле ауылы биләмәһе лә ҡушылды. Еңеү байрағы һәм автомобилдәр колоннаһы Иҫәнғол урамдарын буйлап, “Дуҫлыҡ” паркында туҡтаны. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә булдырылған Дан аллеяһында “Беренселәр” хәрәкәте етәксеһе Фидәрис Юлсанов менән район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек етәксеһе Венер Сабитов Еңеү байрағын флагштокка күтәреп ҡуйҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтов автопробегта ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршылап башҡарылған эштәргә туҡталды.

Әйтергә кәрәк, быйыл автопробегта барлығы 120-нән ашыу автомобиль ҡатнашты, ҡайһы бер биләмәләр араһында колонналағы автомобилдәр 20-нән ашып китә ине. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлап, автопробегты ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөттө. Ауылдарҙа халыҡ был акцияны бик йылы ҡаршы алды, кемдер фото-видео төшөрһә, кемдәрҙер флагтар тотоп, ҡул болғап оҙатып ҡалды.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотоһы.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас