Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 16:49

"Тарихтың төп дәресе"

Герой-ҡала Волгоградҡа сәйәхәт

Иҫәнғолдоң 2-се мәктәп уҡыусылары тарих уҡытыусыһы Оксана Рамаҙанова һәм директорҙың тәрбиә эштәре буйынса советнигы Татьяна Ерофеева оҙатыуында “Белем вагоны” төбәк-ара туристик-белем биреү проектында ҡатнашты.

– “Тарихтың төп дәресе” тимер юл туры программаһы буйынса ойошторолған проект Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды, – ти Татьяна Юрьевна. – Маҡсаты – уҡыусыларҙы Герой ҡала – Волгоград (элек Сталинград) менән таныштырыу, ундағы иҫтәлекле урындарҙы күрһәтеү, тарихҡа байҡау яһау, үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү. Ҡала беҙҙе сағыу ҡояш һәм йылы һауа, алма, груша, абрикос, сирен сәскәләре менән ҡаршы алды.

Экскурсия барышында иҫтәлекле урындар менән таныштыҡ. Мамаев ҡурғанына барып, Сталинград алышының ниндәй ҙур масштаблы булыуын һәм уның фажиғәһен тоя алдыҡ. Мәңгелек ут янында ҡарауыл алмашыныуын күҙәттек – был беҙҙең яуҙа һәләк булған геройҙарға хөрмәтебеҙ һәм рәхмәтебеҙ. "Сталинград һуғышы" музей-панорамаһында балалар совет һалдаттарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләгән документтарҙы, фотоһүрәттәрҙе һәм экспонаттарҙы үҙ күҙҙәре менән күрә алды.

Геройҙар аллеяһы, сержант Павловтың йортон һәм Гергард тирмәнен ҡарау уҡыусылар йөрәгендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, тыныс тормош хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итте. Үҙәк яр буйҙары буйлап йөрөнөк, “Волга серҙәре” КВИЗ-ында булдыҡ. Сәйәхәт балалар күңелендә оҙаҡ йылдарға һаҡланыр тип ышанабыҙ.

Йәш сәйәхәтселәр илебеҙ тарихының мөһим бер өлөшөнә ҡағыла алған. Был сәфәр балаларҙа илһөйәрлек, үҙ иленә хөрмәт һәм үҙ халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон нығытырға ярҙам итәсәк.

Башҡортостан етәкселеге төрлө уй-пландарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, улар араһында йәш быуындың киләсәген хәстәрләгән проекттарҙың булыуы, айырыуса, ҡыуаныслы.

Айгөл Ҡылысбаева. Фото мәктәп архивынан.

 

Луиза Мөкминова, 8-се класс:

– Ике ҡатлы поезд, эсендә бик матур. Юлда һуғыш йылдары йырҙары яңғыраған мини-концерт булды.

Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Волгоградта экскурсовод беҙҙе көнө буйы оҙатып йөрөнө, иҫтәлекле урындар менән таныштырҙы. Һәр һәйкәл һоҡланғыс, бигерәк тә “Тыуған ил-Әсә саҡыра!” монументы оҡшаны. Ҡайтҡанда Волга йылғаһы һәм тәбиғәтте һоҡланып ҡарай-ҡарай ҡайттыҡ.

Карина Яубаҫарова, 9-сы класс уҡыусыһы:

– Волгоградта, һуғыш ваҡиғалары тураһында ишетеп, мин шок кисерҙем. Бында һәр таш һуғыш хәтирәләрен һаҡлай. Экскурсия барышында тарихҡа бай ҡала тураһында күпте белдем. Һуғыш әйберҙәре менән тулы музейҙарҙы күрҙем. Панорама иҫ киткес! Ҡарауыл алмашынғанын уларҙың бер иш һәм еренә еткереп башҡарыуҙарын иҫем китеп ҡараным.

Читайте нас