Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 13:43

Үткәндәрҙән килгән сәләм

Ҡартатайҙарыбыҙ ғүмерҙәрен аямай алышып яулаған Бөйөк Еңеү таңына 80 йыл үтһә лә, уларҙың ҡаһарманлыҡтары онотолмай. Киреһенсә, шанлы йылдарҙың шаһиттары арабыҙҙа һирәгәйгән һайын эҙләнеүселәр, яугир ата-бабаларының яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар арата.

Бер көндө редакцияға Таҙлар ауылынан Фәнис Баязитов өсмөйөш хаттар тотоп килеп инде:

– Өләсәйемдең улы – олатайымдың фронттан яҙған хаттары һаҡланған икән. Бына, ҡара ҡағыҙының күсермәһе лә, – тине Фәнис Батырхан улы. Ул үҙе рус мәктәбендә белем алғанға күрә 82 йыл элек яҙылып, инде һарғайып, таушалып барған хаттарҙың эстәлеген уҡый алмай. – Моғайын уның эстәлеге күптәргә ҡыҙыҡ булыр тип һеҙгә алып килдем әле, – тине.

Эйе, матур өсмөйөш итеп бөкләнгән фронт хаттары... Бер ғаиләне лә урап үтмәгән Бөйөк Ватан һуғышынан һәр ауыл, һәр йорт көтөп алған был өсмөйөштәрҙе. Ә яугирҙәр һуң? Улар нимә кисергән? Нимәләр яҙған икән? Әйҙәгеҙ, Бикбау ауылынан фронтовик Ишкилдин Фәсхетдиндың яҡындарына яҙған  хаттарынан өҙөктәргә күҙ йүгертәйек.

Ҡәләм менән яҙылған яҙыуҙар йылдар дауамында бер аҙ уңа төшһә лә, уҡырлыҡ. Ғәҙәттә, һәр хаты бер иш башлана: “Ҡәҙерле күргән әсәйем һәм Ғәйникамал, Сәмсиһан, Миңниһан, Ғәйшә һылыуҙарыма күптән-күп сәләм. Күрше-тирәгә, олатайҙарымдың, инәйҙәремдең (һәр ҡайһыһын исемләп һанап) ғаиләләренә күп сәләм...”

13/VIII-43. Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы. Сәләм һуңында минең хәлгә килгәндә, мин хәҙергә иҫән-һау ғына хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек? Арыу тораһығыҙмы әле? Атайымдан хат киләме? Ауылда ниндәй яңылыҡтар бар? Барыһын да айырып яҙығыҙ. Әсәй, ике ай инде хат алғаным юҡ. Нишләп яҙмайһығыҙ. Әллә оноттоғоҙмо инде? Минең дә аҙаҡҡы хатым булыр, үҙегеҙ яҙмағас, мин дә яҙмайым. Әсәй, бер ҙә күңел юҡ, хат килмәгәс. Әллә ҡағыҙығыҙ юҡмы? Һылыуҙарым ни хәлдә торалар. Барын да айырып яҙығыҙ. Ҡәрсәйемә әйтегеҙ, Ғәйнетдин китте беҙҙең менән бергә ине. Үрген ауылы Сәғит тигән малай китте. Уны Сафура инәйем белә, шуға әйтегеҙ...

...Шуныһы ҡыйын: ауылды, һылыуымды бик күрәһе килә. Но ничово, иҫән булһам ҡайтып күрермен әле һаулыҡ булһа. Әсәй, минең өсөн ҡайғырмағыҙ. Үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Иҫән булһам, бер ҡайтырмын әле...

“...Иртәнсәк бер телем бәләкәс генә икмәк, бер көрөшкәнән күберәк кәбеҫтә һыуы, төш ваҡытында тағы бер телем икмәк, кәбеҫтә һыуы, бутҡа ярты көрөшкә... Хатты йышыраҡ яҙығыҙ. Хат килһә, арыу булып ҡала, бөтөн ҡайғылар таралып китә.

 “Хат башы. 17/VIII-43 й. Инде минең хәлгә килгәндә, фронтҡа китеп барабыҙ. Был хатты ... та (уҡып булмай – авт.) яҙып ҡалдырам. Ярай, әсәй, минең өсөн ҡайғырмағыҙ. Иҫән булһам, бер ҡайтып күрешербеҙ әле. Ярай, әсәй, бәхил булып тороғоҙ. Белеп булмай, әллә ҡайтып була, әллә юҡ. Иҫән-һау күрешергә насип булһын.

...Минең хәлгә килгәндә иҫән-һау ғына хеҙмәт итеп йөрөйөм. Һәм иптәштәрем дә иҫән-һау ғына хеҙмәт итеп йөрөй. Иптәштәремдең әсәйҙәренә лә әйтегеҙ. Әсәй, тик шуныһы ҡыйын: хат килмәй. Әллә яҙмайһығыҙмы? Ике хатығыҙҙы алдым. Мин хат һалдым. Әллә ҡағыҙығыҙ юҡмы яҙырлыҡ? Атайымдан хат килмәнеме, әллә килдеме. Килһә, адресын һалығыҙ. Нисек тораһығыҙ? Ашарығыҙға бармы-юҡмы, айырып яҙығыҙ. ... уҡыйһыңмы, Ғәйникамал уҡыймы? Ниндәй хәлдәр бар? Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, иәҫн булһаҡ ҡайтырбыҙ. Беҙҙең ашау хәлдәре бер көйө.

“...Хатты мин алып утынға барғанда алып барып бирәм. 2 көндә бер утын ташыйбыҙ, күтәреп алып ҡайтабыҙ. Ярай, минең өсөн ҡайғырма, әсәй, һау булһам, ҡайтырмын әле. Ошо хатты яҙып ултырған улың Фәсхетдин. 8/III-43 й.”

Һау булһам, ҡайтырмын... Иҫән булһам, күрешербеҙ... Фронтовик Фәсхетдин һәр хатында шулай тип яҙған. Әммә үҙенә ҡайтыу насип булмай. Әсәһе бары ҡара ҡағыҙ ғына ала. Фәнис ағай бөгөн хаттар менән бергә ул извещениеның күсермәһен дә һаҡлай. Унда шулай тип яҙылған: “Һеҙҙең улығыҙ ҡыҙылармеец Ишкилдин Фасхетдин Социалистик ил өсөн яуҙа, биргән антына тоғро ҡалып, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, 1943 йылдың 5 октябрендә һәләк булды. Ул БССР-ҙың Брачинский районы Усухи ауылынан көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә урман ситендә ерләнде”.

- Был хаттар Сибай ҡалаһында йәшәгән Ғәйшә апайҙа һаҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишкилдиндар яғынан туғандарымды бигүк белеп бөтөрмәйем. Әле шәжәрәләрҙе барлай башланым, – ти Фәнис Батырхан улы.

Әйткәндәй, ул хәҙер Белоруссияға хат яҙып, олатаһы ерләнгән урынды ла табырға, архивтарҙан яу юлын өйрәнергә ниәтләй. Эйе, батыр үлһә лә, даны үлмәй. Туғандары яугир Фәсхетдин Ишкилдиндың яҙмышын асыҡлап, киләсәктә уның менән ғорурланып йәшәһен!

Әлмира Әйүпова.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас